Эстәлеккә күсергә

Азас (ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Азас» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны300 390 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты11 ғинуар 1985 йыл 
Идара итеүсе ойошмаРФ Тәбиғәт министрлығы 
Урынлашыуы
52°28′12″ с. ш. 96°08′11″ в. д.HGЯO
РФ субъектыТыва
РайонТоджин кожууны
Яҡындағы ҡалаҠыҙыл (ҡала) 

zapovednik-azas.ru
Рәсәй
Точка
«Азас» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Азас Викимилектә

«Аза́с»[1] — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Тыва Республикаһының Тоджин муниципаль берәмегендә урынлашҡан.

1985 йылдың 11 ғинуарында «Азас» республика заказнигы нигеҙендә ойошторолған. Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.

Ҡурсаулыҡ хакимиәте Тоора-Хем ауылында урынлашҡан.

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһы (1991 йыл сиктәрендә 300 390 гектар) Тыва Республикаһының төньяҡ-көнсығышында Тоджин бассейнының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан һәм Азас йылғаһы буйлап һуҙылған. Уның ситке нөктәләренең географик координаталары: төньяҡ — 52°42', көньяҡ — 52°16', көнбайыш — 98°42', көнсығыш — 96°30'. Көнсығыштан Бүрәт Республикаһы менән сиктәш. Ҡурсаулыҡ тирәләй дөйөм майҙаны 90 мең км² булған ике километрлыҡ һаҡ зонаһы булдырылған.

Тоджин ҡаҙанһыуы — Алтай-Саян тау иле сиктәрендәге ҙур тау-ара уйпатлыҡ. Был уникаль һыу йыйыу бассейны, Себерҙең иң ҙур йылғаһы Йәнәсәйҙең сығанаҡтарын туйындыра. Уның ғәйәт ҙур гидроресурстары йылға селтәрҙәрендә һәм күлдәрҙә тупланған.

Тоджин ҡаҙанһыуы климаты ҡырҡа континенталь, уртаса дымлы. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта ҡаҙанһыу ситтәрендәге тауҙарҙың тәпәш булыуы еүеш атлантик һауа килтергән төньяҡ-көнбайыш елдәргә ҡамасауламай. Күлдәрҙән һәм һаҙлыҡтарҙан күпләп пар күтәрелеү иҫәбенә барлыҡҡа килгән өҫтәмә дымлылыҡ был урында яуым-төшөмдәр барлыҡҡа килтерә[2]. Климатҡа юғары бүлкәттәрҙең йоғонтоһо ҙур.

Тоора-Хем метеостанцияһының күп йыллыҡ уртаса мәғлүмәттәренә ярашлы, ғинуарҙа иң түбән температура −54-кә етә. Ғинуарҙың уртаса тәүлек температураһы −28,7, июлдә — 14,6 градус. Һауа температураһы йылына −5,5 градус тәшкил итә. Йәй һалҡынса, йәйге ҡырауҙар ғәҙәти күренеш. Һалҡын булмаған осорҙоң оҙайлығы — 52 көн. 10 °C-тан юғары уртаса тәүлек температураһының суммаһы — 10,94 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 343 мм, шуларҙың 60 проценты йәйгә тура килә. Тауҙарҙа йомшаҡ континенталь климат һәм яуым-төшөм 600—800 мм тиклем яуа.

Уйһыулыҡтарҙа фенологик ҡыш[3] октябрь аҙағында башлана, ноябрь башында ҡар япмаһы урынлаша. Ғинуар — февраль айҙарында ҡарҙың бейеклеге 25 — 30 см, урта таулыҡтарҙа — 80 см-ға тиклем һәм унан да юғарыраҡ. Тотороҡло ҡар япмаһы уртаса 162 көн ята һәм март аҙағында ирей башлай һәм апрель уртаһына тамамлана, урта таулыҡтарҙа — май аҙағына, бейек тауҙарҙа июль уртаһына тиклем һуҙыла.

Уйһыулыҡтарҙа вегетация уртаса 24 апрелдә башлана. Май уртаһына ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар япраҡ ярып бөтә. Яҙҙың һуңғы этабын — йәй башын йылға үҙәндәрендә муйылдың сәскә атыуы менән билдәләйҙәр, күпселек еләк-емеш сәскә ата. Йәй ҡыҫҡа — ике айҙан ашмай. Вегетация осоро 10 сентябрҙә тамамлана. Сентябрь урталарынан тәүлек температураһы 5 градустан түбән төшә, ҡырау даими төшә, ҡарағас һарғая. Ҡалҡыулыҡтарҙа яҙ һәм йәй бик ҡыҫҡа. Ҡырауҙар теләһә ҡайһы ваҡытта төшөүе ихтимал. Вегетация осоро июнь уртаһында башлана, ә инде августың тәүге ун көнлөгөндә үк түңәрәк япраҡлы ҡайын (ерник) һары төҫкә инә һәм көҙ башланыуын белдереп, туғайҙар ҡыуара.

Йылғалары һәм күлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Умыртҡаһыҙҙар фаунаһын өйрәнеү башланғыс стадияла. Ихтиофаунаға 15 төр инә, улар араһында иң һирәк осрай торған Ҡыҙыл балыҡ (Hucho taimen), Тыва Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән (2002)[4]. Ер-һыу хайуандарынан 2 төр — себер углозубы (Hynobius keyserlingi) һәм осло моронло тәлмәрйен (Rana arvalis) бар[4].

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә орнитофауна 230 төрҙө (һаҡ зонаһын иҫәпкә алып, 254 төр) үҙ эсенә ала, шуларҙың 138-е оя ҡора[3]. Ҡоштарҙың 20 төрө — Тыва Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2002), шуларҙың 10-ы Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән (2001).

Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 51 төрө йәшәй: бөжәктәр — 10, ярғанаттар — 2, ҡуян һымаҡтар — 2, кимереүселәр — 17, йыртҡыстар — 13, ҡуш тояҡлылар — 7 төрө[4]

  1. Аза́с // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  2. Ефимцев, 1957, с. 46—65
  3. 3,0 3,1 Молокова, Карташов, 1999, с. 128—146
  4. 4,0 4,1 4,2 О заповеднике » Фауна. azas17.ru. Дата обращения: 10 февраль 2020. Архивировано из оригинала 5 май 2014 года.
  • Ефимцев, H. A. Климатический очерк // Природные условия Тувинской автономной области. Труды Тувинской компл. экспедиции, вып. 3. — М.: Изд-во АН СССР, 1957. — 5665 с.
  • Молокова Н. И., Карташов Н. Д. Заповедник «Азас» [Тува] // Заповедники Сибири / Отв. ред.-сост. Штильмарк Ф. Р.. — М.: «Логата», 1999. — Т. 1. — («Заповедники России»).
  • Гросвальд М. Г. Развитие рельефа Саяно-Тувинского нагорья. — М.: «Наука», 1965. — 167 с.
  • Обручев С. В. Новые материалы по орографии Северо-Восточной Тувы (рус.) // Вопросы геологии Азии : сборник. — М.: Изд-во АН СССР, 1955. — Т. II. — С. 332—342.
  • Говоров, К. А. Тоджа: учебное пособие. — Красноярск: КГПИ, 1990.
  • Савельев А. П., Унжаков В. В. Тувинские бобры: современный статус, проблемы сохранения и изучения аборигенной колонии // Редкие виды млекопит. России и сопред. стран. Тез. Межд. совещ.. — М., 1997.
  • Бакалин В. А., Молокова Н. И., Отнюкова Т. Н. К флоре печеночников Тоджинской котловины (Республика Тува, Южная Сибирь) (рус.) // «Арктоа» : журнал. — М.: KMK Scientific Press, 2001. — Т. 10. — С. 19—26. — ISSN 0131-1379.
  • Отнюкова Т. Н. Материалы к флоре листостебельных мхов Тоджинской котловины (республика Тыва, Южная Сибирь) (рус.) // «Arctoa» : журнал. — М.: KMK Scientific Press, 2003. — Т. 12. — С. 97–109. — ISSN 0131-1379.
  • Молокова Н. И., Шауло Д. Н., Артемов И. А., Додук А. Д. Флористические находки в Республике Тыва (рус.) // «Turczaninowia» : журнал. — Барнаул: Изд-во АлтГУ, 2002. — № 5(2). — С. 42–48. — ISSN 1560-7259.
  • Пиннекер Е. В. Минеральные воды Тувы. — Кызыл: «Тувкнигоиздат», 1968. — 106 с.
  • Носин В. А. Почвы Тувы / Отв. ред. Иванова Е. Н.. — М.: Изд-во АН СССР, 1963. — 348 с.
  • Куминова А. В. Основные черты и закономерности растительного покрова // Растительный покров и естественные кормовые угодья Тувинской АССР. — Новосибирск: «Наука», 1985. — 253 с.
  • Шауло Д. Н. Сосудистые растения государственного природного заповедника "Азас" (Тыва). — Барнаул: Изд-во АлтГУ, 1998. — 99 с.
  翻译: