Эстәлеккә күсергә

Америго Веспуччи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Америго Веспуччи
итал. Amerigo Vespucci
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Флоренция республикаһы[d]
Тыуған көнө 9 март 1454[3]
Тыуған урыны Флоренция, Флоренция республикаһы[d][3]
Вафат булған көнө 22 февраль 1512[3] (57 йәш)
Вафат булған урыны Севилья, Королевство Севилья[d], Королевство Кастилия и Леон[d][3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][3]
Үлем сәбәбе Малярия[3]
Хәләл ефете Мария Церезо[d][3]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, сауҙагәр, картограф, яҙыусы
Монашеский орден Францисканцы[d]
Хәрби звание адмирал[d]
Изображение геральдического щита
Изображается на Statue of Amerigo Vespucci[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Америго Веспуччи Викимилектә

Америка Веспуччи (итал. Amerigo Vespucci, лат. Americus Vespucius; 9 март, 1454, Флоренция, Флоренция республикаһы — 22 февраль, 1512, Севилья, Испания) Флоренция сәйәхәтсеһе һәм диңгеҙсеһе, Америка ҡитғаһы уның хөрмәтенә аталған.

1501—1502 йылдарҙа Бразилия һәм Көнбайыш Һиндостан ярҙарына табан юл ала, әммә үҙҙәре аяҡ баҫҡан территорияларҙың Азияның көнсығыш сиге булмауын (Колумб сәйәхәттәрендәге кеүек үк), ә «Яңы Донъя» тип һүрәтләнгән айырым континент булыуын иҫбатлай. 1507 йылда яңы континент Веспуччи исеменең латин версияһы хөрмәтенә Америка тип атала[4].

Флоренциялағы Уффици галереяһына ҡуйылған Америго Веспуччи статуяһы. Гаэтано Граццини эше

Америго Веспуччи 1454 йылдың 9 мартында Флоренцияла тыуа. Суҡындырған мәлдә уға изге Эмирик хөрмәтенә уның исемен ҡушалар. Америгоның ике ағаһы була: өлкән ағаһы Антонио (Пиза университеты ғалимы), икенсе ағаһы Джироламо (Сүриәлә сауҙагәр)[5]. Приор Сан-Марконың улы Марко Веспуччи, Симонетта Веспуччиҙың (ҡыҙ фамилияһы Симонетта Каттанео) ире уларҙың туғаны була.

Америго Веспуччи республиканың дәүләт нотариусы Анастазио (Настаджо) Веспуччиҙың өсөнсө улы була. Ул Флоренциялағы Изге Марк монастырының доминикан монахы Джорджо Антонио Веспуччинан һәйбәт тәрбиә ала, ул уны латин теленә өйрәтә (латин телендә ул атаһына 1478 йылдың 18 октябрендә хат яҙа)[6], физика, диңгеҙ астрономияһы һәм география фәндәре буйынса белем бирә, һәм Америго ҙур уңыштарға өлгәшә. 1490 йылда ул сауҙагәр сифатында Севильяға юллана, үҙенә иптәшкә өлкән ағаһы Антонионың кесе улы Джованниҙы ла ала, унда Флоренцияла йәшәгән Джаннотто Берардиҙың бай сауҙа йортона хеҙмәт итергә инә. Был йорт Колумбтың 1493 йылда ойошторолған икенсе сәйәхәтен аҡса менән тәьмин итә, шуға күрә Америго Веспуччи испан адмиралын ошо ваҡыттан алып белгән тип фаразларға була. Колумб үлер алдынан үҙенең улына Джаннотто Берардиҙы намыҫлы, ышаныслы кеше итеп тәҡдим иткән була.

1492 йылда Медичиҙың Флоренциялағы сауҙа йорто Америко Веспуччины Донато Никколини менән бергә Ҡадиса һәм Севилья резиденцияларына ебәрә. 1495 йылдың декабрендә Севильяла итальян сауҙагәре Джаннотто Берарди вафат була, һәм Веспуччи уның эштәре менән шөғөлләнергә мәжбүр була. 1495 йылдың 9 апрелендә Джаннотто Берарди Испания короленән 900 тонна һыу һыйҙырышлы 12 карап килтереү тураһында контракты алған була. Берарди вафатынан һуң Америго Веспуччи 1495 йылдың декабрендә был сауҙа йортоноң отчеттарын тапшырыуға яуап кеше итеп тәғәйенләнә; 1495 йылдың 10 апрелендә испан хөкүмәте Колумб менән мөнәсәбәттәрен өҙә, һәм Веспуччи 1498 йылдың майына тиклем Һиндостанды тәьмин итеү хоҡуғын ала. 1496 йылдың 12 ғинуарында ул ҡаҙнасы Пинелонан моряктарға эш хаҡы түләү өсөн ул 10 000 мараведи аҡса ала[7]. Ғәмәлдә ул Андалузияла Һиндостанға бер (әгәр ике булмаһа!) экспедицияны тәьмин итеүгә контракт ала, атап әйткәндә, Колумбтың өсөнсө экспедицияһы өсөн. Америго Веспуччи был диңгеҙсегә, ер шарының яңы асылған өлөшө менән танышыу өсөн, сауҙа эшен ҡалдырып тороуҙы инандыра.

Америкаға сәйәхәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Америго Веспуччи портреты, Кристофано дель Альтиссимо[en]ның (1568) 17 быуаттағы эшенең күсермәһе. Оригиналы, моғайын, һаҡланмағандыр

Америго Веспуччи испан адмиралы Алонсо де Охеданың беренсе экспедицияһында штурман сифатында ҡатнаша. Улар 1499 йылдың 20 майында дүрт карапта Кадис янында урынлашҡан Пуэрто де-Санта-Мариянан юлға сыға; 23,5 көн йөҙгәндән һуң төньяҡ киңлектең 3° градусында ятҡан Суринама ярына аяҡ баҫа (Париа морононан көньяҡ-көнсығышҡа табан 200 диңгеҙ миле алыҫлығында). Был маршрутты улар Колумбтан алынған яңы яр һыҙығы картаһы ярҙамында һайлай (картаны Колумб 1498 йылдың октябрендә ебәргән була); Америгоның диңгеҙселәре был ярҙы тикшерә, Маракайбо ҡултығына инә, унда һыу уртаһындағы бағаналарҙа тораҡ ҡороп йәшәгән кешеләргә тап була, уны Венесуэла (Бәләкәй Венеция) тип атайҙар. Париа ярҙары буйлап көнбайышҡа табан ике йөҙҙән ашыу лига диңгеҙ юлын үтеп, көнбайыш һинд утрауҙарында булып, 1500 йылдың февралендә Кадисҡа әйләнеп ҡайта. Сәйәхәт ваҡытында экспедиция ике йөҙ индеецты ҡол итеп ала[8].

Шул уҡ йылда экспедицияла ҡатнашҡан лоцман Хуан де ла Коса үҙенең билдәле донъя картаһын төҙөй, унда экспедиция үткән Көньяҡ Америка яр буйының төньяҡ өлөшөндә ул Веспуччиҙың яҙмаларында һанап үтелгән 22 атаманы теркәй.

Король Мануэль I саҡырыуы буйынса 1500 йыл аҙағында Веспуччи Португалияға йүнәлә һәм Португалия караптарында тағы ла ике тапҡыр Лиссабондан яңы асылған материк ярҙарына барып ҡайта; беренсеһе 1501 йылдың майынан 1502 йылдың сентябренә тиклем, икенсеһе, адмирал Гонсало Коэльо етәкселегендә 1503 йылдың 10 майынан 1504 йылдың 18 июненә тиклем дауам итә. Үҙенең сәйәхәттәрендә ул начальник сифатында ғына эшләп ҡалмай, ә космограф һәм ишеүсе булараҡ та ҡатнаша; һуңғы сәйәхәтендә генә ул ҙур булмаған судноға командалыҡ итә һәм Бразилияның күпселек ярҙары тикшереп сыға. Америго Веспуччи Колумбтың Мануэль I-ҙең көнәркәше король Фердинанд II Арагонскийға уны тәҡдим итеүе буйынса Америго Веспуччи 1505 йылда ҡабаттан испан хеҙмәтен башлай, 1508 йылдың 22 мартында Һиндостанға сәйәхәт итеү өсөн баш кормчий (штурман) итеп тәғәйенләнә. 1512 йылдың 22 февралендә Севильяла вафат була.

Америго Веспуччиҙан һуң ҡалған берҙән-бер яҙма ҡомартҡылар уның ҡайһы бер юғары ҡатлам кешеләренә дуҫтарса хаттарынан тора, мәҫәлән: Лоренцио ди Пьерфранческо де Медичиға (Lorenzo di Pierfrancesco de' Medici) һәм Флоренцияла йәшәгән гонфалоньер Содериниға яҙылған хаттары һаҡланған. Ә улар, үҙ сиратында, был хаттар тураһында географик асыштарҙы дәртләндереүсе Лотарингия хакимы Рене II-сегә хәбәр итә. Америго Веспуччи вафатынан һуң был хаттар шунда уҡ Флоренцияла баҫылып сыға. «Америго Веспуччи сәйәхәттәре» исеме аҫтында донъя күргән әҫәрҙәр уның яҙмаларына тап килмәй, хатта бик күп йәһәттән уларға ҡапма-ҡаршы килә.

Америго Веспуччиҙың сәйәхәттәре мәлендә алып барылған көндәлек тип баҫылып сыҡҡан «Quatuor navigationes» (лат. «Дүрт диңгеҙ сәйәхәте») — ҙур бер әҫәрҙән өҙөк кенә. Әгәр ҙә Америго Веспуччиҙың бәләкәй әҫәрҙәре ҡайтанан бер туҡтауһыҙ баҫылып сыҡмаһа, бәлки, онотолор ҙа ине. 1507 йылда Виченцала тағы ла алты китапта аноном автор тарафынан «Mondo nuovo е paesi nuovamente retrovati da Alberico Vespuzio Florentino» тип аталған китаптар сығарыла. Уның авторы, башта уйлағанса, Франкансоне де Монтальбоддо түгел, ә Венеция космографы һәм картографы Алессандро Цорци була. «Яңы Донъя» китабы һуңынан 1508 йылда Миланда латин телендә баҫылып сыға, шул уҡ йылда Нюрнберг табибы Рухамер тарафынан немец теленә, ә 1516 йылда француз теленә тәржемәһе баҫыла.

Мартин Вальдземюллерҙыңдонъя картаһы картушендәАмерика Веспуччи портреты, 1507 йыл.
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118768247 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Formisano L. VESPUCCI, Amerigo // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 2020. — Vol. 99.
  4. Amerigo Vespucci | Biography, Accomplishments, & Facts. Архивировано 6 февраль 2020 года.
  5. Markham, 1894
  6. Markham, 1894, p. III
  7. Markham, 1894, p. V
  8. Markham, 1894, p. XI
  • Цвейг Стефан, Америка. Бер тарихи хата тураһында хикәйә
  • Бандини, «Vita е lettere di a. Vespucci» (Флоренция, 1745);
  • Ирвинг, The life and voyages of Columbus (4 том, Лондон, 1828 30; немец тәржемәһе, Франкф., 1828);
  • Сантарем, " Recherches sur a. Vespucci " (Пар., 1842);
  • Кустманн, «Die Entdeckung Amerikas nach den ältesten Quellen» (Мюнхен., 1859);
  • Фарнгаген, « A. Vespucci. Son caractère, ses écrits (même les moins authentiques), sa vie et ses navigations» (Лонд., 1869); уның, "Ainda A. Vespucci. Novos estudos e achegas (Вена, 1874);
  • Пешель, «Geschichte des Zeitalters der Entdeckungen» (2-се баҫма)., Штутг. 1877; урыҫ. циммерман, м., 1885).
  • Письма Америго Веспуччи / Перевод Цетлин М. Н.. — Москва: Молодая гвардия, 1971. — (Бригантина).
  • The Letters of Amerigo Vespucci, and Other Documents Illustrative of His Career / Markham, Clements R., ed.. — Hakluyt Society, 1894.
  翻译: