Эстәлеккә күсергә

Антарктида

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антарктида
Антарктиданың космостан күренеше

Антаркти́да (грек. ἀνταρκτικός — Арктиканың ҡапма-ҡаршыһы) — Ер шарының иң көньяғында урынлашҡан ҡитға (континент). Антарктиданың үҙәге Көньяҡ географик полюс менән яҡынса тура килә. Антарктида Һинд, Тымыҡ һәм Атлантик океандар һыуҙары менән йыуыла (ҡайһы бер илдәрҙә был океандарҙың көньяҡ өлөшөн Көньяҡ океан тип иҫәпләйҙәр).

Майҙаны — 4,4 млн кв.км, шуның 1,6 млн км² өлөшөн шельф боҙлоғо тәшкил итә. Антарктида тип шулай уҡ Антарктида ҡитғаһын һәм сиктәш утрауҙарҙы атайҙар. Антарктида рәсми рәүештә 1820 йылдың 28 ғинуарында Беллинсгаузен Фаддей Фаддеевич һәм Михаил Лазарев етәкселегендәге урыҫ экспедицияһы тарафынан асыла. Улар «Восток» һәм «Мирный» елкәнле хәрби кораблдәрҙә 69°21′ ю. ш. 2°14′ з. д.HGЯO нөктәһенә, хәҙерге Беллинсгаузен шельф боҙлоғона яҡынлаша.

Элек көньяҡ материктың булыуы фаразға нигеҙләнеп кенә раҫланған. Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев экспедицияһы көньяҡтағы боҙлоҡто урап сығып, алтынсы ҡитға булыуын иҫбатлай.

Антарктида — ғәжәп тәбиғәтле берҙән-бер материк. Поляр тикшереүселәр уны йәнһеҙ, аҡ боҙло материк тип исем биргән. Ҡышын поляр төндәр, ә йәйен поляр көндәр була. Ҡояш сығыу һәм батыу күренешен йыллына бер генә тапкыр күҙәтеп була. Антарктидала Ерҙәге сөсө һыуҙың 80%-ы тупланған.

Материктың рельефы, ҡыҙыл төҫ менән бейегерәк урындар күрһәтелгән
Боҙ ҡатламы аҫтында материк рельефы
This is topographic map of Antarctica after removing the ice sheet and accounting for both isostatic rebound and sea level rise. Hence this map suggests what Antarctica may have looked like 35 million years ago, when the Earth was warm enough to prevent the formation of large-scale ice sheets in Antarctica.

Исеме «Антарктида» ἀνταρκτική — ἀνταρκτικός[1] һүҙенең ҡатын-ҡыҙ заты, «Арктика ҡаршыһында», «төньяҡ ҡаршыһында»[2] тигәнде аңлатҡан грек һүҙенең романлыштырылған версияһы. Ниндәйҙер «Антарктик өлкә» тураһында Аристотель тарафынан «Метеорологика» китабында телгә алына (б.э.т. 350 й.)[3]. Боронғо б. э. II быуат грек географы, картографы һәм математигы Марин Тирский был исемде беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған донъя картаһында ҡулланған. Рим яҙыусылары Гай Юлий Гигин һәм Апулей (беҙҙең эраның I—II быуаттары) Көньяҡ полюсты романинизмланған грек телендәге Polus antarcticus атамаһын ҡулланғандар[4][5]. Бынан 1270 йылда боронғо француз телендәге pole antartike (хәҙерге яҙылышы — pôle antarctique) исеме барлыҡҡа килә, унан инде 1391 йылда Джефри Чосера трактатын да pol antartik (хәҙерге яҙылышы — Antarctic Pole)[6]..

Хәҙерге географик коннотацияларын табыр алдынан «Антарктида» термины һәм уның сығарылмалары «төньяҡҡа ҡапма-ҡаршы» мәғәнәһендә башҡа урындарҙы билдәләү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, XVI быуатта Бразилияла булған ҡыҫҡа ваҡыт булған француз колонияһы «Антарктида Францияһы» тип атала.

Рәсәй диңгеҙ сәйәхәтселәре Ф. Ф. Беллинсхаузен һәм М. П. Лазарев 1820 йылда Антарктида шельфы боҙлоҡтарына беренсе булып яҡынлашалар, улар был ерҙе «боҙло материк» тип атайлар «Антарктида континенты» тип 1840 йылда америка диңгеҙ офицеры һәм сәйәхәтсеһе Чарльз Уилкс тарафынан атала, ул 1830-сы йылдарҙа АҠШ Хәрби-диңгеҙ флотының картографик департаментын етәкләй. 1886 йылда инглиз океанографы Джон Мюррей картаһында «Фаразланған Антарктик континент» яҙыуы менән бөтә материк тәүге тапҡыр һүрәтләнә[7].

1890-сы йылдарҙа континент атамаһы сифатында «Антарктида» атамаһын тәүге рәсми ҡулланыу шотланд картографы Джон Джордж Барфоломьюға ҡарай[8].

Тәҡдим ителгән Антарктида флагы
Антарктиданың космостан төшөрөлгән рәсеме
Антарктида картаһы

Антарктида 1820 йылдың 16 (28) ғинуарында Фаддей Беллингсгаузен һәм Михаил Лазарев етәкселегендәге рәсәй экспедицияһы тарафынан асыла. Улар «Восток» һәм «Мирный» кәмәләрендә көньяҡ киңлектең 69°21' һәм көнбайыш озонлоктоң 2°14' урынлашҡан шельф боҙлоғона (хәҙерге Беллинсхаузен боҙ шельфы майҙаны) яҡынлашалар. Элек көньяҡ континенттың барлығы (лат. Terra Australis) гипотетик рәүештә раҫланалар, йыш ҡына Көньяҡ Америка (мәҫәлән, 1513 йылда Пири-реис төҙөгән картала) һәм Австралия менән берләштерелә.

Ике көндән һуң (30 ғинуар) материкка ирланд Эдвард Брансфилд етәкселегендәге Британия экспедицияһына барып етә, улар Тринити ярымутрауын — Антарктида ярымутрауының төньяҡ осон асалар. Брансфилд яңы асылған ерҙәрҙе британ биләмәләре тип иғлан итә, һәм уның карап журналы һәм карталары Британ адмиралтействоһына ебәрелә. Һуңыраҡ уның карап журналы юғалтыла.

Континентҡа беренсе булып, моғайын, 1821 йылдың 7 февралендә АҠШ-тың «Цецилия» карабы экипажы аяҡ баҫҡандыр. Төшкән урындары аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ул Хьюз ҡултығында булған тип фаразлана[9]. Норвегия эшҡыуары Хенрик Иоганн Буллдың 1895 йылда материкҡа (Дэвис яры) төшөүе тураһында белдереү иң дөрөҫө булып һанала[9].

Биосфера Антарктидала дүрт «тереклек аренаһында» күрһәтелгән: яр буйы утрауҙары һәм боҙҙар, материктағы яр буйы оазистары (мәҫәлән, «Бангер оазисы»), «нунатактар» аренаһы (Мирный станцияһы янындағы Амундсен тауы, Виктория Ерендә Нансен тауы һ. б.) һәм боҙ ҡалҡаны.

Үҫемлектәрҙән сәскәләр һәм абағалар (Антарктика ярымутрауында); шулай уҡ лишайниктар, бәшмәктәр, бактериялар, ылымыҡтар(оазистарҙа) бар.

Үҫемлектәр һәм хайуандар диңгеҙ буйы һыҙатында йышыраҡ таралған. Боҙҙан мәхрүм урындарҙа ерҙәге үҫемлектәр башлыса мүк һәм лишайниктарыҙың төрлө төрҙәре рәүешендә сағылған һәм өҙлөкһөҙ япма (антарктик мүк-лишайник сүллектәр) барлыҡҡа килтермәй.

Антарктида хайуандары тулыһынса Көньяҡ океандың яр буйы экосистемаһына бәйле: үҫемлектәр етешмәгәнлектән, Антарктиданы уратып алған һыуҙарҙа яр буйы экосистемаларының бөтә әһәмиәтле аҙыҡ сылбыры башлана. Антарктик һыуҙар айырыуса зоопланктонға бай, тәү сиратта крильгә. Криль туранан-тура йә ситләтеп балыҡтарҙың, кит һымаҡтарҙың, кальмарҙарҙың, тюленьдарҙың, пингвиндарҙың һәм башҡа хайуандарҙың аҙыҡ сылбырының нигеҙе булып тора; Антарктидала бөтөнләй ерҙәге һөтимәрҙәр юҡ. Умыртҡаһыҙҙар 70-кә яҡын төр быуынлы аяҡлылар (бөжәктәр һәм үрмәксе һымаҡтар) һәм тупраҡта тереклек итеүсе нематодтарҙан тора.

Ер хайуандарынан тюленьдар (Уэдделл, Росса, диңгеҙ леопарды, диңгеҙ филдәре) һәм ҡоштар (дауыл ҡоштарының бер нисә төрҙәре, ике төр ҡара аҡсарлаҡтар, поляр крачкаһы, адель һәм император пингвиндары) тереклек итә.

Нунатакларға тик бактериялар, ылымыҡтар, лишайниктар һәм ҡаты иҙелгән мүктәр хас, боҙ ҡалҡанына тик кешеләр эйәргән ҡара аҡсарлаҡтар ҡайһы ваҡыт барып сығалар.

Антарктиданың боҙ аҫты күлдәрендә, мәҫәлән, Восток күлендә, тышҡы донъянан бөтөнләй тиерлек изоляцияланған олиготроф экосистемалар булыуы тураһында фараздар бар. 2021 йылда Антарктиданың шельф боҙо аҫтында губка һымаҡтарҙың быға тиклем билдәле булмаған төрҙәре табыла[10].

1994 йылда ғалимдар антарктидала үҫемлектәр һанының бик тиҙ йылдам артыуы тураһында хәбәр итә, был планетала глобаль йылыныу гипотезаһын раҫлай[11][12].

Антарктика ярымутрауы, йәнәшәләге утрауҙар менән, материкта иң уңайлы климат шарттарына эйә. Нәҡ ошонда төбәктә осраған сәскәле үҫемлектәрҙең ике төрө үҫә — Антарктида йылан теле һәм колобантус кито.

Географик бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антарктида территорияһы элек төрлө сәйәхәтселәр тарафынан асылған географик майҙандарға һәм райондарға бүленгән. Асыусы (йәки башҡалар) исеме менән аталған һәм өйрәнелгән район «ер» тип атала. Антарктиданың «ерҙәр» исемлеге:

Бынан тыш, Антарктида составына Көньяҡ Оркней, Көньяҡ Шетланд утрауҙары, Баллен һәм Беркнер утрауҙары инә.

Рельефы һәм боҙ ҡатламы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Смоленск утрауында Тангра тауы

Антарктида — Ерҙә иң бейек континент, диңгеҙ өҫтө бейеклегенән уртаса 2000 м бейеклектә, үҙәк өлөшө 4000 м бейеклектә. Материктың ҙур өлөшө боҙ менән ҡапланған, тик 0,3 % (40 мең кВ. км.) өлөшө генә боҙҙан асыҡ. Трансатлантик тауҙары Антарктиданы, геологик төҙөлөшө төрлө булған, Көнсығыш Антарктидаға һәм Көнбайыш Антарктидаға бүлә. Яҡынса боҙ ҡалынлығы 2500—2800 м, Көнсығыш Антарктидала максималь боҙ ҡалынлығы —4800 м. Ҡитғаның яры буйында барлыҡҡа килгән боҙлоҡ ярылып төшөп айсбергтар барлыҡҡа килтерә.

Хәҙерге заман ысулдарын ҡулланып үткәрелгән тикшеренеүҙәр көньяҡ континенттың боҙ аҫты рельефы тураһында мәғлүмәттәр алырға мөмкинлек бирә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә континенттың яҡынса өстән бер өлөшө диңгеҙ кимәленән түбән ятҡаны асыҡлана, шулай уҡ тау һырттары һәм массивтары барлығын күрһәтә.

Континенттың көнбайыш өлөшөндә ҡатмарлы рельеф һәм ҙур бейеклек үҙгәрештәре менән айырылып тора. Бында Антарктиданың иң бейек тауы Винсон (4892 м) урынлашҡан. Антарктида ярымутрауы — бер аҙ көнбайыш секторы яғына ауып, көньяҡ полюс йүнәлешендә һуҙылған, Көньяҡ Америка Анд тауҙарының дауамы булып тора.

Континенттың көнсығыш өлөшөндә башлыса айырым яҫы тауҙар һәм 3-4 км тиклем бейеклектәге тау һырттары менән шымартылған рельеф. Йәш кайнозой тоҡомдарынан торған көнбайыш өлөшөнән көнсығыш өлөшө элек Гондвана составына ингән платформаның кристаллиа нигеҙенең үркәсе булып тора[13].

Континентта вулкан әүҙемлеге сағыштырмаса түбән. Иң ҙур вулкан — Росс утрауындағы Эребус тауы.

НАСА үткәргән боҙ аҫты ерҙәрен тикшереү Антарктидала астероид төшөү һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан кратер таба. Кратерҙың диаметры — 482 км. Кратер яҡынса 250 миллион йыл элек, пермь-триас осоронда, Ергә астероид төшкәндә барлыҡҡа килгән. Астероидтың ҡолауы һәм шартлауы ваҡытында күтәрелгән саң быуаттар буйы һыуыныуға һәм, бер гипотеза буйынса, шул дәүерҙәге флора һәм фаунаның күп өлөшөнөң һәләк булыуына килтерә. Был кратер бөгөн Ерҙә иң ҙуры тип һанала[14].

Боҙлоҡтар тулыһынса иреп бөткән осраҡта Антарктида майҙаны өстән бер өлөшөнә тиклем кәмейәсәк[15]: көнбайыш Антарктида архипелагҡа әйләнәсәк, ә көнсығышы материк булып ҡаласаҡ[16][17]..

Көнсығыш Антарктиданың геологик төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш Антарктиданың геологик платформаһы боронғо кембрийға тиклемге геологик осорҙа барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшө Һиндостан, Бразилия, Африка һәм Австралия платформаһы менән оҡшаш. Был платформалар Гондвана суперконтиненты тарҡалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тау тоҡомдарының йәшен 2,5 — 2,8 млрд йыл, тип билдәләйҙәр.

Ҡаҙылма ҡатламдар 350—190 млн йыл элек барлыҡҡа килгән. Ҡатламдар араһында үҫемлек һәм хайуандар ҡалдыҡтары, шул иҫәптән ихтиозавр ҡалдыҡтары табыла. Йылылыҡ яратыусы үҫемлектәр һәм хайуандар йәшәгән ваҡытта был ҡитғаның климаты хәҙергенән айырылып торған. Был иһә тектоник күренеште, платформаларҙың күсеп йөрөүен иҫбат итә.

Сейсмик әүҙемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антарктида — тектоник яҡтан тыныс континент, сейсмик әүҙемлеге әҙ, вулканизм сағылышы Көнбайыш Антарктидала ғына күренә һәм Анд тауҙары барлыҡҡа килгән осорҙа килеп сыҡҡан Антарктида ярымутрауы менән бәйле. Вулкандарҙың ҡайһы берҙәре, бигерәк тә утрау вулкандары, һуңғы 200 йылда атылған. Антарктидала иң әүҙем вулкан — Эребус. Уны «Көньяҡ полюсҡа юлды һаҡлаусы вулкан» тип йөрөтәләр.

2017 йылда Эдинбург университеты ғалимдары үткәргән Көнбайыш Антарктида рифтының яңы тикшеренеүҙәре бейеклеге 100 метрҙан 3850 метрға тиклем булған 91 яңы вулкан асыҡлайҙар; быға тиклем уларҙы табырға ҡалынлығы урыны менән 4 км-ҙан артҡан боҙ ҡамасаулай. Система элек донъяла вулкандарҙың иң ҙур йыйылмаһы тип һаналған Көнсығыш Африка вулкан массивын хәтерләтә. Элегерәк төбәктә 47 боҙ аҫты вулканы булыуы тураһында билдәле булған.

Антарктидала уртаса ҡышҡы (һулда) һәм йәйге (уңда) температуралар

Антарктида климаты бик ҡырыҫ — температура йәйен −30 °C-тан юғары күтәрелмәй, ә ҡышын −70 °C-тан да түбәнерәк була. Ерҙәге иң түбән температура (-89,2 °C) Антарктидалағы «Восток» станцияһында теркәлә. Йәй ваҡытында Антарктида Ҡояш йылыһын экваториаль зонаға ҡарағанда ла күберәк ала, ләкин был йылылыҡтың 90 % ҡар һәм боҙ өҫтөнән сағылып, кире космосҡа тарала. Климаттың ҡырыҫлығын өс шарт билдәләй. Беренсенән, географик урыны. Икенсенән, ҡеүәтле боҙлоҡ ҡатламының булыуы. Өсөнсөнән, болоттарҙың булмауы, быныһы материктың артабан да һыуыныуға килтерә. Антарктиданың өҫтөндәге йотолған 10 % йылылыҡ та, боҙлоҡтан сағылып ҡаҡлыҡҡан 90 % ҡояш йылыһы кеүек үк, космосҡа кире китә.

Трансантарктик тауҙарында урынлашҡан Фрикселл күлен ҡаплаған зәңгәр боҙ

Уртаса йыллыҡ ҡына түгел, күпселек урындарҙа йәйге температура ла ноль градустан да артмағанлыҡтан, Антарктидала яуым-төшөм ҡар рәүешендә генә яуа (ямғыр — бик һирәк күренеш). Ҡар ҡалынлығы 1700 метрҙан ашыу, урыны менән 4300 метрға ла еткән боҙ ҡатламын барлыҡҡа килтерә (ҡар үҙ ауырлығы аҫтында баҫыла). Антарктида боҙлоҡтарында Ерҙең бөтә сөсө һыуҙарының яҡынса 80 проценты тупланған. Шуға ҡарамаҫтан Антарктидала күлдәр, йәй ваҡытында хатта йылғалар бар. Йылғаларҙың боҙлоҡло туйыныу. Һауаның шул тиклем сафлығы менән бәйле ҡояш радиацияһының көсөргәнешле булыуы арҡаһында боҙлоҡтар хатта һауаның бер аҙ кире температураларында ла күҙәтелә. Боҙлоҡ өҫтөндә йыш ҡына ярҙан байтаҡ алыҫлыҡта ирегән һыу ағымдары барлыҡҡа килә. Иң көсөргәнешле иреү оазистар янында, ҡояшта йылынған ташлы тупраҡ тирәләрендә була. Бөтә шишмәләр боҙлоҡ иреү менән туҡланғанлыҡтан, уларҙың һыу һәм кимәл режимы һауа температураһы һәм ҡояш радиацияһы барышы менән тулыһынса билдәләнә. Уларҙа иң ҙур сығымдар һауа температураһының иң юғары сәғәттәрендә, йәғни көндөҙ, ә иң әҙе — төндә күҙәтелә, һәм йыш ҡына был ваҡытта ағым һыуҙар тулыһынса ҡорой. Боҙ өҫтө шишмәләре һәм йылғалары, ҡағиҙә булараҡ, бик бормалы үҙәндәргә эйә һәм күп һанлы боҙ өҫтө күлдәрен тоташтыра. Асыҡ үҙәндәр диңгеҙгә йәки күлгә барып еткәнсе тамамланалар, ә һыу ағымы боҙ аҫтында йәки боҙлоҡ ҡатламында, карст райондарындағы ер аҫты йылғалары кеүек, артабан юл һала.

Көҙгө һыуыҡтар башланыу менән ағымдар туҡтай, ә текә ярҙары үҙәндәр ҡар менән йәки ҡар күперҙәре менән ҡапланалар. Ҡайһы берҙә даими тиерлек бурандар йылға үҙәндәрен ағым туҡтағанға тиклем үк ҡаплайҙар, артабан инде, ер өҫтөнән бөтөнләй күренмәгән, боҙло туннелдәрҙә шишмәләр аға. Боҙлоҡтарҙағы ярыҡтар кеүек, улар ҙа хәүефле, сөнки уларға ауыр машиналар эләгеүе ихтимал. Әгәр ҡар күпере етерлек сыҙамлы булмаһа, кеше ауырлыға ла төшөп китеүе ихтимал. Грунттан аҡҡан Антарктида оазистары йылғаларҙың оҙонлоғо, ғәҙәттә, бер нисә километрҙан артмай. Иң ҙуры — Оникс йылғаһы, оҙонлоғо 20 км-ҙан ашыу. Йылғалар йәй көндәре генә бар.

Антарктида күлдәре бик үҙенсәлекле. Ҡайһы берҙә уларҙы айырым, антарктик тип айыралар. Оазистарҙа йәки ҡоро үҙәндәрҙә урынлашҡандар һәм һәр ваҡыт тиерлек ҡалын боҙ ҡатламы менән ҡапланғандар. Шуға ҡарамаҫтан, йәй яр буйҙарында һәм ваҡытлыса һыу ағымдары тамағында бер нисә тиҫтә метр киңлектәге асыҡ һыу һыҙаты барлыҡҡа килә. Йыш ҡына күлдәр стратификацияланғандар. Төбөндә юғары температуралы һәм тоҙло һыу ҡатламы, мәҫәлән, Ванда күлендәге кеүек, күҙәтелә. Ҡайһы бер ваҡ һыуһыҙ күлдәрҙә тоҙ концентрацияһы сағыштырмаса ныҡ күп һәм улар тулыһынса боҙҙан азат булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Дон-Жуан күле, һыуҙарында кальций хлориды концентрацияһы юғары булғанлыҡтан, бик түбән температураларҙа ғына туңа. Антарктида күлдәре ҙур түгел, уларҙың ҡайһы берҙәре генә 10 км² ҙурлыҡта (Ванда күле, Фигурное күле). Антарктида күлдәренең иң ҙуры — Бангер оазисындағы Фигурное күле. Ҡалҡыулыҡтар араһында ғәжәйеп бормаланып, ул 20 километрға һуҙыла. Майҙаны — 14,7 км², тәрәнлеге 130 метрҙан ашыу. Иң тәрәне — Радок күле, уның тәрәнлеге 362 метрға етә.

Антарктиданың боҙ аҫты күлдәренең картаһы[18]

1990 йылдарҙа Рәсәй ғалимдары Антарктида күлдәренең иң ҙуры, оҙонлоғо 250 км һәм киңлеге 50 км булған боҙ аҫты туңмаған Восток күлен табалар; күл яҡынса 5400 км² һыу һыйҙыра.

2006 йылдың ғинуарында, Ламонт-Догерти геофизик обсерваториһынан АҠШ геофизиктары Робин Белл һәм Майкл Штудингер 2000 км² һәм 1600 км² майҙанлы, ер өҫтөнән яҡынса 3 км тәрәнлектә урынлашҡан боҙ аҫты күлдәрен табалар. 1958—1959 йылдарҙа булған совет экспедицияһы мәғлүмәттәренә ентеклерәк анализ яһалһа, быны иртәрәк тә эшләргә мөмкин ине, тинеләр. Был мәғлүмәттәрҙән тыш, спутник мәғлүмәттәре, радар күрһәткестәре һәм континент өҫтөндә тартыу көсөн үлсәү ҡулланылған.

2007 йылда Антарктидала барлығы 140-тан ашыу боҙ аҫты күле табылған.

Антарктика


  1. Liddell, Henry George; Scott, Robert. A Greek-English Lexicon / Crane, Gregory R.. — Tufts University. — (Perseus Digital Library).
  2. Hince, Bernadette. The Antarctic Dictionary. — CSIRO Publishing (инг.)баш., 2000. — С. 6. — ISBN 978-0-9577471-1-1.
  3. Aristotle. Meteorologica. 2015 йыл 27 июнь архивланған. Book II, Part 5. 350 BC. Translated by E. Webster. Oxford: Clarendon Press, 1923. 140 pp.
  4. Hyginus. De astronomia. Ed. G. Viré. Stuttgart: Teubner, 1992. 176 pp.
  5. Apuleii. Opera omnia. Volumen tertium. London: Valpy, 1825. 544 pp.
  6. G. Chaucer. A Treatise on the Astrolabe. Approx. 1391. Ed. W. Skeat. London: N. Trübner, 1872. 188 pp.
  7. Происхождение названия Антарктида 2019 йыл 2 сентябрь архивланған.
  8. John George Bartholomew and the naming of Antarctica, CAIRT Issue 13, National Library of Scotland, July 2008, ISSN 1477-4186, and also The Bartholomew Archive.
  9. 9,0 9,1 Дэвид Макгонигал, Лин Вудворт. Антарктика. Голубой континент = Antarctica. The Blue Continent / Романов А. П., Лебедев С. Л. — М.: Бертельсманн Медиа Москау АО, 2004. — С. 159. — 224 с. — ISBN 1-86503-800-8 (англ.), ISBN 5-88353-193-8 (рус.).
  10. Strange creatures accidentally discovered beneath Antarctica’s ice shelves
  11. David G. Vaughan. Antarctic Peninsula: rapid warming. British Antarctic Survey. Дата обращения: 10 октябрь 2015.
  12. Bethan Davies. Antarctic Peninsula glacier change. AntarcticGlaciers.org. Дата обращения: 10 октябрь 2015.
  13. Краткий очерк геологического строения Антарктиды А. А. Лайба, Е. В. Михальский / сетевая публикация на официальном сайте Российской Антарктической экспедиции.
  14. В Антарктиде найден самый большой метеоритный кратер 2012 йыл 21 декабрь архивланған. AstroNews.ru
  15. Газета.ru Планета Вода 2013 йыл 19 ғинуар архивланған.
  16. Сборник научно-познавательных статей, заметок и публикаций
  17. Русское географическое общество. Почему Антарктика не Арктика. Архивировано из оригинала 17 апрель 2013 года. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
  18. Robert Simmon. Subglacial Lakes, Antarctica (ингл.). NASA Earth Observatory. NASA (2007).
  翻译: