Эстәлеккә күсергә

Варна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Варна
болг. Варна[1], болг. Сталин, болг. Варна һәм ингл. Varna[1]
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Болгария

Координаталар

43°13′00″ с. ш. 27°55′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Благомир Коцев[d]

Этнохороним

варненцы, варненец[2]

Телефон коды052
Рәсми сайт

varna.bg

Варна (Болгария)
Варна
Варна

Варна (болг. Варна) — Болгариялағы порт һәм курорт ҡала.

VI быуаттан Одессос грек колонияһы булараҡ билдәле. XII быуат сығанағында тәүге тапҡыр Варна тип телгә алына; йылға атамаһын йөрөтә. Этимология буйынса «вар» — «минераль сығанаҡ» һүҙенә бәйләйҙәр[3].

Халыҡ һаны буйынса Болгарияның өсөнсө ҡалаһы, ҙур мәҙәни һәм финанс үҙәге, шулай уҡ илдәге мөһим транспорт үҙәк булып тора. Варна — иң эре порт, Черноморск, Кавказ порты, Поти, Батуми һәм Истанбул менән паром бәйләй. Рәсми сығанаҡтар буйынса Варна ҡалаһында 365 242 кеше, янындағы ҡасабалар халҡы менән бергә 374 097 кеше йәшәй (2016 йыл иҫәбе).

Варна илдең төньяҡ-көнсығышында, Болгарияның Румыния менән сиктәш Ҡара диңгеҙ яры буйында урынлашҡан. Ҡаланан көнбайышҡараҡ оло күл ята.

Файл:Varna air view.jpg
Варна.

Ҡала ситендәге климат гранат, киви, финик, дөгө, лавр япрағы кеүек үҫемлектәргә уңай.

Йәй мәлендә һыуҙағы температура +20…+30 °C, эҫе көндәрҙә пляждағы ҡомлоҡтар 65 °C тиклем ҡыҙа.

Варна ҡултығындағы тулҡындарҙың уртаса бейеклеге яҡынса 61 см.

Варнанан төньяҡтараҡ Изге Елена һәм Константин (элекке «Дуҫлыҡ»), Алтын ҡомлоҡ һәм Албена курорттары урынлашҡан.

Варналағы климат Урта диңгеҙҙекенә яҡын — дымлы субтропик (Cfa). Ғинуарҙағы уртаса температура +3,4 °C, июлдә — +24 °C, абсолют минимум — −24,3 °C — 1929 йылдың февралендә, абсолют максимум — +41,4 °C 1928 года 10 июлендә теркәлә. Варнала ҡар оҙаҡ ятмай, шуға климатик ҡыш булмай. Иң һалҡын ай — ғинуар. Февралдең икенсе яртыһында яҙ башлана. Йәй апрель аҙағынан октябрь уртаһына тиклем һуҙыла. Йәй көндәрендә уртаса температура +28 °C..+30 °C, төндәрен — +18 °C..+20 °C. Көҙ оҙайлы һәм йылы, һалҡындар булыуы ихтимал. Ҡара диңгеҙҙә һыу температураһы ғинуарҙа +7 °C, июлдә — +24 °C. Уртаса яуым-төшөм кимәле 471 мм, июнь и ноябрь — яуынлы айҙар.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 22 23,1 29,5 30,7 34,3 40,8 41,4 40,7 36,6 33,4 26,8 23,2 41,4
Уртаса максимум, °C 6,9 8,1 12,1 16,2 22,1 27,0 29,8 30,2 24,6 19,4 14,1 8,2 18,2
Уртаса температура, °C 2,2 3,1 5,8 10,8 15,7 20,2 22,3 22,2 19,0 13,9 9,2 4,8 12,4
Уртаса минимум, °C −1,1 −0,2 2,5 5,0 10,0 14,4 17,2 17,3 13,0 8,3 4,3 1,6 8,5
Абсолют минимум, °C −19 −24,2 −8,3 0,1 3,5 7,2 10,9 10,8 4,4 −3,6 −9,2 −12,8 −24,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 38 41 34 44 40 46 37 32 31 36 50 42 471
Һыу температураһы, °C 6 5 7 11 17 22 25 26 23 18 13 9 15,2
Сығанаҡ: Туристический портал
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 6,5 7,6 11,5 15,5 21,4 26,3 29,4 29,8 24,6 18,8 13,3 7,6 17,7
Уртаса температура, °C 3,3 3,9 7,6 12,0 17,0 21,6 24,2 24,7 20,1 14,8 10,1 5,4 13,7
Уртаса минимум, °C 0,2 0,3 3,8 7,3 12,2 16,7 19,3 19,5 15,3 10,6 6,5 1,9 9,5
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk

Баҡыр һәм таш быуаттарҙа Варнала бер нисә археологик мәҙәниәт була. Шул иҫәптән баҡыр быуатҡа ҡараған Варна мәҙәниәте тип аталғаны ла бар .

Б.э. тиклем яҡынса 570 йылдарҙа[6] грек күскенселәре Ҡара диңгеҙ ярында Одессос колонияһына нигеҙ һала[7][8][9][10].

Б.э. тиклем IV быуатта. дәүләт-ҡала фракийҙар менән сауҙа итеү үҙәгенә әйләнә. Бында б.э. тиклем III—II быуаттарҙа үҙҙәренең тимер тәңкәһен баҫалар.

Б.э. тиклем III быуатта ҡаланы Македония, унан Рим империи баҫып ала (римдар уны Деонисиополь тип йөрөтә)[11]. Шуға ҡарамаҫтан Варнала һәр ваҡыт сауҙа һәм төрлө кәсептәр бик әүҙем үҫешә.Бында II быуатҡа ҡараған рим мунсалары емеректәре әлегәсә һаҡлана.

Христиан дине Варнаға бик иртә килә. Болгар сиркәүе һаҡлаған легенда буйынса, Одесос ҡалаһындағы епископ Амплий изге апостола Павелдың уҡыусыһы була.

Успен соборы (Варна).

VI быуатта ҡала автокефаль епископлығының үҙәгенә әйләнә, әммә VI б. аҙағында — VII б. башында уны емерәләр. 680—681 йылдарҙа ҡаланы болгар ханы Аспарух тергеҙә һәм ул Болгар ханлығына инә.

971—972 йылдарҙан 1391 йылға тиклем ҡала Византия империяһы составында була. Был саҡта Варна христианлыҡ һәм сауҙа үҙәге булараҡ Константинополь, Дубровник, Венеция, Генуя менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй.

1391 йылда Варнаны Ғосман империяһы ғәскәре яулап ала һәм уны яр буйы ҡәлғәһенә әйләндерә.

1444 йылдың 10 ноябрендә тәре походына сыҡҡан венгр һәм поляк ғәскәрҙәре король Владислав III башлығында солтан Морат II ғәскәре менән һуғышы, Варна янында еңелә, король Владислав III һәләк була.

1606 йылда Ғосман империяһы бойһоноуында булған Варна Сагайдачный етәкселегендәге запорожье казактары ҡулына күсә. Улар төрөктәрҙән 180 мең алтынға торошло байлыҡ тартып ала[12].

XVIII—XIX бб. Варна эре сауҙа үҙәгенә әйләнә.

1768—1774 йй урыҫ-төрөк һуғышында Варнаға барона Унгерн-Штернберг (17301799) һәм полковник В. А. Ангальт-Бернбуржский (17441791) етәксклкгкндә отряд ебәрелә. Әммә улар ҡәлғәнә ала алмай, һөҙөмтәлә алты еңел артиллерия орудиеһы, ете йөҙләп кеше юғалтып, Аджимлерға сигенә.

1806—1812 йй. урыҫ-төрөк һуғышында 1810 йылда Варнаны өс аҙна буйы генера Цызырев отряды алырға маташа, ҡәлғә уға ла бирелмәй, көҙгә отряд сигенә.

1828—1829 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышында төрөк ҡәлғәһе Варна тағы ла нығытыла. 1828 йылдың 1 июлендә урыҫ ғәскәре флот ярҙамында Варнаға һөжүм башлай. 29 сентябрҙә ҡәлғә баш һала. 9 мең тотҡон, 291 орудие алына.

Варнаны алыу хөрмәтенә Ырымбур өлкәһендәге хәрби-һаҡ торағына (хәҙер Силәбе өлкәһендәге Варна ауылы) һәм ике кораблгә Варна атамаһы бирелә.

Адрианополь солоғо шарттарына ярашлы Варна Төркиәгә кире ҡайтарыла. Быға яуап итеп урыҫ ғәскәре сигенерҙән алда ҡәлғәнең нығытмаларын шартлата, ул 1853 йылда ҡабаттан тергеҙелә. Ҡырым һуғышы мәлендә ҡала Севостоплгә ҡаршы торған инглиз-француз ғәскәрҙәренең базаһына әйләнә.

1866 йылда Варна — Русе тимер юлы төҙөлгәс, ҡаланың үҫеше әүҙемләшә.

1877—1878 йй. урыҫ-төрөк һуғышы башланыр алдынан Варна ҡәлғәһе өс форт менән нығытыла, бүлмә артиллерия ҡуйыла. Һуғыш мәлендә Варна, Силистра, Рущук, Видин төрөктәрҙең ҡәлғә районы була. Сан-Стефан солоҡ килешеүе шарттары буйынса Варнаны төрөк ғәскәре ташлап китергә тейеш була, әммә улыр был талапты 1878 йылдың 27 июленә тиклем үтәмәй. Һөҙөмтәлә, урыҫ армияһы ҡаланы азат итеп, уны оҙайлы төрөк хакимлығынан азат итә. Варна яңы Болгарияның бер өлөшөнә әйләнә.

1892 йылда ҡалала Болгариялағы тәүге мамыҡ иләү фабрикаһы асыла.

1899 йылда Варнаны София менән тоташтырыусы тимер юл сафҡа индерелгәс, Варнаның сауҙа һәм транспорт үҙәге булараҡ мөһимлеге тағы ла арта.

1906 йылда гавань заманға ярашлы яңыртыла, 1907 йылда судно төҙөү буйынса верфь төҙөлә.

Беренсе Донъя һуғышынан һуң Варна төньяҡ Болгария өсөн сауҙа үҙәге булып ҡала, әммә Добруджины юғалтыуы сәбәпле уның Бургасҡа ҡарағанда әһәмиәте кәмей[13], 1921 йылда Варна диңгеҙ курорты статусын ала.

Икенсе донъя һуғышы мәлендә 1940 йылда немецтар Варна портын кригсмарине хәрби кораблдәрен урынлаштырыу өсөн әҙерләйҙәр[14]. 1941 йылдың 2 мартында Болгарияға немец ғәскәрҙәре инә[15]. 1944 йылдың сентябренә тиклем Бургаста уларҙың хәрби-диңгеҙ флоты тора. Шул уҡ мәлдә ҡалала һәм уның янында Ҡаршылыҡ хәрәкәте эш итә. 1944 йылдың 8 сентябрендә СССР-ҙың Ҡара диңгеҙ флоты портты ала[16].

Һуғыштан һуң судно һәм корабль төҙөү заводтары төҙөкләндерелә, двигатель заводы төҙөлә[17].

1964 йылдан Варнала халыҡ-ара балет фестивале үткәрелә.

1985 йылда бында «Тыныслыҡ байрағы»(«Знамя мира») балалар үҙәге асыла. Бында ҡурсаҡ театры, ҡурсаҡ музейы, йәштәрҙең техник һәм фәнни ижад үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр ойошмалары инә[18].

Варналағы маяҡ

Халҡы һәм административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1656 йылда Варнала 4000 кеше йәшәгән, 1880 й. — 24555, 1934 й. — 70 мең кеше. Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡала әүҙем үҫә башлай.

Йыл 1852 1878 1887 1896 1910 1920 1926 1946
Халҡы 16 000 24 555 24 830 33 687 41 419 50 810 60 536 76 954
  • Приморье районы (105 340 кеше)
  • Младост районы (81 813 кеше)
  • Одесос (78 794 кеше)
  • Владислав Варненчик районы (43 077 кеше)
  • Аспарух районы(25 846 кеше)
Варна порты
Варналағы диңгеҙ вокзалы.

Варна ҡалаһында автобус, троллейбус, такси маршруты, такси транспорты бар. Киләсәктә тиҙ йөрөшлө трамвай линияһы төҙөү ҡаралған[19].

Ҡала үҙәгенән 7,5 км алыҫлыҡта Варна аэропорты урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала тимер юл вокзалы бар, ул эске һәм халыҡ-ара поездарҙы ҡабул итә (йәйге миҙгелдә Мәскәү, Һарытау, Минск һәм Киев менән бәйләнештәр була), башлыса туризм һәм сәйәхәт линияларын хеҙмәтләндереүсе 2 автовокзал, диңгеҙ вокзалы эшләй.

  • Спартак футбол клубы
  • Черно море футбол клубы

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Варна янындағы Евксиноград батша һарайы.
«Морска градина» паркының үҙәк ҡапҡа
  • Успен соборы
  • Варна археологик музейы
  • Варна дельфинарийы
  • «Морска градина» яр буйы паркы (Диңгеҙ баҡсаһы)
  • Рим термаһы (болг. Римски термиТерми рим) — Рим хакимлығы дәүеренән ҡалған мунса емеректәре.
  • Аладж монастыры (Варнанан 14 км алыҫлыҡта)

Варна иң мөһим университеттар үҙәктәренең береһе булып тора, унда 37 000 ашыу студент белем ала:

  • «Черноризец Храбрый» ирекле университеты[20]
  • «Никола Вапцаров» юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы
  • Иҡтисад Университеты
  • «Проф.. П. Стоянов» медицина университеты
  • Варна техник университеты
  • Туризм Колледжы
  • Медицина колледжы
  • Техник колледж

</gallery>

  • Божидар Божилов (1923—2006) — болгар шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе һәм драматург. Димитров премияһы лауреаты.
  • Николау Параскевас (1798) — эшҡыуар һәм меценат, сығышы буйынса грек, тыуған ҡалаһына Изге Николай храмын төҙөп бүләк итә.
  • Асприоти, Клеоники (1870—1938) — билдәле грек рәссамы. Варна ҡалаһында тыуған.
  • Филипп Киркоров (1967) — болгар, СССР һәм Рәсәй эстрада йырсыһы. Варна ҡалаһында тыуған;
  • Петухов Михаил Степанович (1954) — билдәле пианист, Мәскәү консерваторияһы профессоры
  • Иван Кишельский (1826—1880) вафат булған — рәсәй генерал-майоры, болгар дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Варна һәм Видин ҡалалары губернаторы;
  • Йонас Басанавичюс (1851—1927) — литва тарихсыһы, фольклорсы, публицист, табип, йәмәғәт эшмәкәре; Варнала 1851—1927 йй. эшләй
  • Антон Страшимиров (1872—1937) — болгар яҙыусы-демократ.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 НСИ Националният регистър на населените места (болг.)
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Варна // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 64. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Географические названия мира: Топонимический словарь Поспелов Е. М. М: АСТ 2001
  4. Яндекс.Карты. Яндекс.Карты. Дата обращения: 8 февраль 2010.
  5. Расчет расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 13 август 2011 года.
  6. Варна // Большая Российская Энциклопедия / редколл., гл. ред. Ю. С. Осипов. том 4. М., 2006. стр.609-610
  7. Варна // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 4. М., «Советская энциклопедия», 1971. стр.309-310
  8. Varna // The New Encyclopedia Britannica. 15th edition.
  9. Warna // Brockhaus.
  10. Варна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  11. Варна // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  12. Грушевський М.
  13. Варна // Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. О. Ю. Шмидт. 1-е изд. Т.9. М., ОГИЗ, «Советская Энциклопедия», 1928. с.19-20
  14. История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 3. М., Воениздат, 1974. стр.326
  15. The New Encyclopedia Britannica. 15th edition.
  16. Н. Г. Кузнецов. Курсом к победе. М., Воениздат, 1987. стр.394-396
  17. К. Лазаров. Экономическое развитие Народной Республики Болгарии. М., изд-во иностранной литературы, 1963. стр.39-40
  18. Болгария // Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1986 (вып. 30). М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.207-210
  19. http://www.varna.bg/oup/graf/8_2.jpg(недоступная ссылка)
  20. Варненский Свободный Университет имени Черноризец Храбър

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Н. Станев. България под иго. Въраждане и освобождение 1393—1878. 3. изд. София, 1947.  (болг.)
  • Варна: путеводитель. София, 1960
  翻译: