Эстәлеккә күсергә

Карл Маркс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маркс бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Маркс (мәғәнәләр).
Карл Маркс
Karl Heinrich Marx
Тыуған көнө

5 май 1818({{padleft:1818|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Трир, Пруссия

Вафат көнө

14 март 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (64 йәш)

Вафат урыны

Лондон
Бөйөк Британия

Ғилми даирәһе

иҡтисад, социология, атеизм, философия, журналистика

Альма-матер

Берлин университеты

Ғилми етәксеһе

Бруно Бауэр

Ниндәй өлкәлә танылған

марксизмға нигеҙ һалыусы, өҫтәмә хаҡ теорияһы авторы

Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Карл Маркс (нем. Karl Heinrich Marx; 5 май 1818 йыл — 14 март 1883 йыл) — философ, социолог, иҡтисадсы, яҙыусы, сәйәси журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Уның хеҙмәттәре нигеҙендә философияла диалектик һәм тарихи материализм, иҡтисадта — өҫтәмә хаҡ теорияһы, сәйәсәттә — синфи көрәш теорияһы[1] формалаша. Был йүнәлештәр коммунистик һәм социалистик хәрәкәттең иделогияһына әүерелә һәм «марксизм» атамаһы ала. «Коммунистар партияһы манифесы» (1848 йылда тәүге тапҡыр баҫылған), «Капитал» (1867 йылда тәүгегә баҫылған) әҫәрҙәре авторы. Ҡайһы бер хеҙмәттәре фекерҙәше Фридрих Энгельс менән берлектә яҙылған.

Маркс тыуған йорт

Үҫмер һәм йәшлек йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Маркс Трир адвокаты Һенрих Маркстың өсөнсө балаһы. Милләте — йәһүд.

Әсәһе — Һенриетта Маркс, ҡыҙ фамилияһы Прессбург (йәки Пресборк , нем. Henrietta Pressburg, нидерл. Henrietta Presborck), Нимвеген (бөгөнгө Неймеген ҡалаһынан, Нидерланддар).

1817 йылда Карл Маркстың атаһы суд кәңәшсеһе вазифаһын юғалтмаҫ өсөн христианлыҡ (протестантизм) ҡабул итә. Ғаилә ағзалары, шул иҫәптән Карл да, 1825 һәм 1824 йылда[2] суҡына.

1830—1835 йылдарҙа Карл Фридрих-Вильһельм (Friedrich-Wilhelm-Gymnasium (FWG)) гимназияһында уҡый һәм уны 17 йәшендә тамамлай.

Гимназиянан һуң Маркс университетҡа инә, башта Боннда (ике семестр), шунанБерлинда уҡый. Юридик белем алыуҙан тыш тарих һәм философия менән мауыға башлай.

1836 йылда Женни фон Вестфаленға (нем. Jenny von Westphalen) (1814 йылда тыуған) тәҡдим яһай, аҙаҡтан өйләнешәләр.

1841 йылда Карл Маркс Берлин университетын экстерн менән тамамлай.

Ул саҡта Маркс Гегель ҡараштары менән мауыҡҡан идеалист була.

Профессор булыу ниәте менән Маркс Боннға күсә, әммә хөкүмәттең реакцион сәйәсәтен күреп, Маркс фән менән шөғөлләнмәҫкә ҡарар итә . Был ваҡытта Рейндың радикаль буржуаһы, һул гегельселәр йоғонтоһо аҫтында, Кёльндә «Rheinische Zeitung» оппозицион гәзит сығара.

1842—1843 йылдарҙа Карл Маркс ошо гәзиттә журналист һәм мөхәррир булып эшләй. Башта Маркс цензураны юҡҡа сығарыу тураһында әйтеп килә, шунан инде хөкүмәтте туранан-тура тәнҡитләй башлай. Уның күп мәҡәләләрен цензура үткәрмәй, йә бик ныҡ төҙәтеп бирәләр.

1843 йылдың башында Маркс прус монархияһын ҡолатырға саҡырып яҙа һәм уны демократия менән алыштырырға өндәй. Хөкүмәт сығырынан сыға һәм 1843 йылдың мартында, Маркс эштән китһә лә, гәзитте ябалар. Маркс гәзиттә эшләгәндә сәйәси иҡтисад, мәсьәләләрен яҡшы белергә кәрәклеге аңлай һәм журналист булып эшләһә лә, ошо фәнде ныҡлап өйрәнергә тотона

Карл Маркс

1843 йылда аристократка Женни фон Вестфален менән өйләнешәләр.

Прус хөкүмәте Марксты үҙ яғына ауҙарыр өсөн хөкүмәттә эш тәҡдим иткәндән һуң йәш ғаилә Парижға күсенә, унда Маркс Һенрих Һейне һәм Фридрих Энгельс менән дуҫлаша. Һуңғыһы менән ғүмере буйы дуҫ булып ҡала. Тап Энгельс Маркстың иғтибарын эшсе синыфтың хәленә йүнәлтә.

Карл Маркс

Парижда Маркс эшсе ойошмалар, радикаль даирәләр һәм шәхестәр менән бәйләнешкә инә.

1845 йылдың февралендә Маркс Париждан һөрөлә һәм Брюсселгә күсенә. Энгельс та унда урынлаша. Брюсселдә Маркс һәм Энгельс «Немец идеологияһы» тигән хеҙмәтен яҙа, бында Гегель идеяларына, гегельселәргә тәнҡит яңғырай. 1847 йылда Маркс менән Энгельс немец эмигранттарының йәшерен ойошмаһы — «Ғәҙелдәр берлеге» (аҙаҡ «Коммунистар берлеге» тип үҙгәртелә) — ағзаһы булып китә. Йәмғиәттең һорауы буйынса улар коммунистик ойошманың программаһын — данлыҡлы "Коммунистар фирҡәһе манифесы"н/0} яҙа, ул Лондонда баҫылып сыға (21 февраль 1848 йыл.)

Февраль революцияһынан һуң (1848 й.) Марксты Бельгиянан ҡыуалар. Парижға китә, ә март революцияһынан һуң Германияға, Кёльнға күсенә. Унда ҡыҫҡа ғына ваҡытта революцион «Neue Rheinische Zeitung» гәзитен аса. Тәүге һан 1848 йылдың 1 июнендә сыға. Мөхәрририәттә: Карл Маркс — баш мөхәррир, Һенрих Бюргерс, Эрнст Дронке, Фридрих Энгельс, Георг Веерт, Фердинанд Вольф, Вильгельм Вольф — мөхәррирҙәрр.

«Neue Rheinische Zeitung» Германиялағы һәм Европалағы революцион хәлдәргә тәрән баһа бирелә.

1849 йылдың 19 майында, Саксонияла, Рейн Пруссияһында, Көньяҡ-Көнбайыш Германияла баш күтәреүҙәр баҫтырылғандан һуң, гәзитте ябалар.

Лондонға эмиграция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Маркс 1849 йылдың 16 майында Германиянан ҡыуыла, ғаиләһе менән Парижға күсенә, әммә бердемонстрациянан һуң унан да һөрөлә. Ахыр сиктә Маркс Лондонға күсенә һәм вафатына тиклем шунда йәшәй һәм тарихи «Капитал» хеҙмәтен, һәм иҡтисади әҫәрҙәрен яҙа.

Бик ауыр йәшәйҙәр, уға матди яҡтан Энгельс ҡына ярҙам итә, әҙләп гонорар килә

Карл Маркс

1864 йылда ул «Халыҡ-ара эшселәр ассоциацияһы» (International Workingmen’s Association, һуңғараҡ Беренсе Интернационал)) — беренсе халыҡ-ара эшселәр ойошмаһы төҙөй[3]

Маркс менән анархистар лидеры Михаил Бакунин коммунистик хәрәкәт тураһында уртаҡ фекер тапмайҙар һәм Гаага конгресында (сентябрь,1872 йыл) анархистар ойошманан ҡыуыла.[4] 1872 Беренсе Интернационал Нью-Йоркҡа күсенә, әммә 4 йылдан Филадельфия конференцияһында тарала.

1867 йылдың майында «Капитал»"дың беренсе томы донъя күрә.

Карл Маркс Лондонда 1883 йылда 64 йәшендә вафат була. Һайгейт зыяратында ерләнгән.

Капитал. Сәйәси экономияны тәнҡитләү.

Маркстың төп фекерҙәре:

  • Тарихты материалистик нигеҙҙә аңлау концепияһы Маркстың донъяға ҡарашының нигеҙе булып тора һәм методологик әһәмиәткә эйә[5]. Уға таянып, Маркс үтә мөһим фәлсәфәүи һорауҙарға яуап бирә. Марксҡа тиклем кешелек йәмғиәтенең тыуыуына һәм үҫешенә идеалистик ҡараштар өҫтөнлөк иткән. Тарихи үҫештең төп этәргес көсө булып кешеләрҙең аҡылы (аң-зиһене) һаналған, ә төрлө тарихи дәүерҙәр уларҙа өҫтөнлөклө булған уй-фекерҙәр (идеялар) аша айырылып ҡаралған. Маркс материаль етештереүҙең әһәмиәтен һәм мөһимлеген аса. Ул йәмғиәтенең нигеҙе: кешелек йәмғиәте йәшәүенең кәрәкле шарты булыу менән бер рәттән материаль байлыҡтар етештереү ысулдары аша кешеләр торомошоноң бар яҡтарын да билдәләй.[6] Нәҡ етештереү өлкәһендә кешеләр төп эште башҡара: тышҡы донъяны һәм үҙҙәрен үҙгәртеү аша тарихты ижад итә.[7] Етештереү көстәре һәм етештереү мөнәсәбәттәре араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ (конфликт) тарихтың төп этәргес көсө булып тора.[8]
  • Материализм һәм диалектиканы берҙәмлектә һәм үҙ-ара бәйләнештә өйрәнеп (ғилми ситез яһап), Маркс Гегель методына ҡапма-ҡаршы булған материалистик диалектика ысулын (методын) булдыра[9] һәм уны үҙенең «Капитал» исемле хеҙмәтендә капиталистик йәмғиәт үҫешен анализлауҙа ҡуллана. Үҫеш барышын (процессын) күрһәткән философик категорияларҙы абстрактлыҡтан конкретлыҡҡа күтәрелеү ысулы менән берҙәм системаға берләштерә.[10] Марксистик материалистик диалектикала үҫеш аңлатмаһы (материаль донъяның дөйөм һыҙаты) һәм дөйөм үҙ-ара бәйләнеш принцибы (бөтә предметтар һәм күренештәр ҙә үҙ-ара килешелгән) үҙәк урында тора.[11] Үҫеш дөйөм һыҙаттар менән билдәләнә: объекттың үҫеш сығанағы объекттың үҙендә (үҫеш ҡәтғи объектҡа эске яҡтан бирелгән процесс); үҫеш һәр саҡ кире ҡайтмаҫ, ҡотолғоһоҙ процесс (үҫешкән материаль системаның элекке торошона кире ҡайтыуы мөмкин түгел)[12]; үҫеш күсәгилешлелек һыҙаттарына эйә (үткәндәге ҡаҙаныш артабанғы үҫештә ҡулланыла); үҫеш аҫтан өҫкә, ябайҙан ҡатмарлыға күсеү йүнәлешендә ынтылышлы үргә барыу (үтелгән этаптарҙың ҡабаланыуы мөмкин түгел); үҫеш спираль буйынса бара (үҫеш процесындағы юғарғы стадияларҙа үтелгән стадияларҙың ҡайһы бер һыҙаттарының өлөшләтә ҡабатланыуы була)[13].
  • Кешенең тарих субъекты булуыу хаҡындағы концепция марксизм философияһының иң мөһим донъяға ҡараш фекерҙәренең береһе. Кешенең асылы һәм уның көнитмешенең нигеҙе тәү сиратта аңлы практик йәшәү эшмәкәрлегендә һәм йәмәғәт етештереүендә сағыла. Уныһы үҙ сиратында йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе етештереү процесы ғына түгел, ә тарихи үҫеш барышында донъяны реаль үҙгәртеп ҡороуҙың берҙән-бер

ҡоралы.[14][15][16] Кеше хеҙмәте, бер яҡтан, бары тик кешенеке генә, ижади, ирекле, кешене һәм кешелекте формалаштырыусы һәм үҫтереүсе көс. Икенсе яҡтан, кешеләрҙең етештереү сараларына хосуси милекселек тыуҙырған ижтимағи йәшәү шарттары хеҙмәттең ситкә бирелешен (һатылышын) тыуҙыра. Был иһә кешенең һәм кешелектең имгәнеп-боҙолоуына алып килә. Тартып алынған, ситлаштерелгән (отчуждённый) хеҙмәт түбәндәге үҙенсәлектәр менән билдәләнә: кеше эшмәкәрлегенең ситләшеүе, хеҙмәт барышында кешенең ярлыланыуы һәм өмөтө өҙөлөүе;[17] хеҙмәт шарттарының хеҙмәттең үҙенән айырылыуы: был форманы хеҙмәттең материаль шарттары ғына түгел, уның интеллектуаль шарттары ла бер үк үҙенә ала; хеҙмәт барышында эшсенең үҙ әшмәкәрлегенән айырылыуы һәм унан ситләшеүе;[18] хеҙмәт һөҙөмтәләренең ситләшеүе һәм айырымланыуы, сөнки кеше етештергән әйберҙәр уның үҙенеке түгел;[19] эшләү хоҡуғы өсөн конкуренция һөҙөмтәһендә эшселәрҙең бере-береһенән ситләшеүе һәм барлыҡ кешеләрҙең тауарҙы һатыу өсөн конкуренция арҡаһында уҙ-ара йыраҡлашыуы;[20][21] йәмғиәттең иҡтисади үҫеш кимәленә лә, кеше тәбиғәтенә лә тап килмәгән ихтыяж формалаштырыу юлы менән аңды тормоштан айырыуӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы өсөн </ref> ябыу тамғаһы юҡ. Айырылыу, ситләшеү барлыҡ ҡиммәттәрҙең боҙолоуына һәм үҙгәреүенә алып килә. Әгәр кеше иҡтисади ҡиммәттәрҙе юғары маҡсат итеп ҡуя икән, ул рухи (мораль) ҡиммәттәрҙе һанға һуҡмай. Маркс уйынса, социализм бындай айырымлыҡтар бөтөрөлгән йәмғиәт һәм уның төп маҡсаты — кешенең ирекле үҫеше.

  • Беренсе булып «эшсе көсө», «өҫтәмә хаҡ» кеүек айырым иҡтисад атамаларын тикшерә. Үҙе яҙғансы, уларҙы «аса».
  • «Килем» (прибыль), «рента» (табыш), «ялланма хеҙмәт» (наёмный труд), «иҡтисади иҙеү» (экономическая эксплуатация) төшөнсәләренә үҙе аңлатмаһын бирә.
  • Иҡтисади яңырта етештереүҙе (экономическое воспроизводство) үҙенә тиклемге иҡтисадсылар кеүек аҡса әйләнеше формаһында ғына ҡарамай, уны материаль байлыҡтар етештереү, эшсе көстәре һәм етештереү мөнәсәбәттәре берлегендә күрһәтә.
  • Тарихи планда бер нисә етештереү ысулын билдәләй[уточ. 1], рассмотрел закономерности их развития, причины и формы смены способов производства.
  • Капитализмға хас булған иҡтисади ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы ентекләп тикшерә, социализмға, унан һуң коммунизмға күсеүҙең ҡотолғоһоҙ булыуын нигеҙләй.

Карл Маркс хеҙмәттәре нигеҙендә философияла диалектик һәм тарихи материализм, иҡтисадта — өҫтәмө хаҡ теорияһы, сәйәсәттә — синфи көрәш теорияһы формалаша[1].

  • Экономическо-философские рукописи (1844)
  • Святое семейство, или Критика критической критики. Против Бруно Бауэра и компании. (1845)
  • Тезисы о Фейербахе (1845)
  • Немецкая идеология (1846)
  • Нищета философии. Ответ на «Философию нищеты» г-на Прудона (1847)
  • Заработная плата и капитал (1847)
  • Манифест коммунистической партии (1848)
  • Очерк критики политической экономии (Grundrisse) (1857—1858)
  • К критике политической экономии (1859)
  • Статьи о Гражданской войне в США (1861)
  • Капитал, т. 1. (1867)
  • Гражданская война во Франции (1871)
  • Критика Готской программы (1875)
  • Восемнадцатое брюмера Луи Бонапарта (1885)
  • Капитал, т. 2. (1885)
  • Капитал, т. 3. (1894)
  • Капитал, т. 4. (1905—1910)
  • Математические работы 2016 йыл 6 март архивланған.
  • Маркс К., Энгельс Ф. Соч.: 2-е изд. тт.1-50. — М., 1955—1981.
  • Полное собрание сочинений на языке оригиналов: MEGA). Это международное издание полного собрания сочинений ещё не закончено, на данный момент издано больше 100 томов.
  • Архив Маркса и Энгельса.

" XX быуатта Карл Марксҡа тиклем донъяға йоғонто яһаған башҡа бер кем дә юҡ " (Жак Аттали[22]).

1999 йылда BBC үткәргән фекер өйрәнеү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Маркс мең йылдың иң бөйөк фекер эйәһе тип танылған[23]. АҠШ Конгресы Китапханаһы каталогы буйынса, Марксҡа барыһынан да күберәк бағышлап китаптар яҙылған[24]. Ул тарихта иң ныҡ өйрәнелгән 100 кеше иҫәбендә.

Маркстарҙың 7 балаһы булған, дүртәүһе бала саҡта үлгән:

  • Женни Каролина (1844—1883), Шарль Лонгеның ҡатыны;
  • Женни Лаура (1845—1911), Поль Лафарг ҡатыны;
  • Эдгар (1847—1855);
  • Генри Эдвард Гай («Гвидо») (1849—1850);
  • Женни Эвелин Фрэнсис («Франциска») (1851—1852);
  • Женни Джулия Элеонор (1855—1898), Эдуард Эвелинг ҡатыны;
  • 1857 йылда тыуған бала исем бирерҙән алда уҡ үлә.

Шулай 1852 йылда хеҙмәтсе Һелен Демут тапҡан баланы ла уныҡы тип һанаусылар бар («Ленхен»).[25]

Иҫтәләген мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карла Маркс тыуған ҡалаһы Трирҙа (Брюккергассе/Brückergasse, 664 — хәҙер Brückenstraße, 10), тыуған йортонда музей ойошторолған.

Рәсәйҙә 1917 йылдағы революциянан һуң күп үҙәк урамдар һәм географик объекттар уның исемен йөрөтә башлай. Мәскәүҙә «Охотный ряд» урамы Маркс проспекты тип яңы исем менән йөрөтөлә башлаған булған. Иҫке исем 1991 йылда кире ҡайтарыла. СССР-ҙың союздаш республикаларында ла был исем киң тарала. Памирҙа Солохсо Батша сусағына Карл Маркс сусағы исеме бирелә.

1919 йылда элекке немец колонияһы Екатериненштадт Марксштадтҡа әйләнә (1942 йылдан — Маркс ҡалаһы, Саратов өлкәһе).

Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Маркс исеме социалистик илдәрҙә лә бирелә башлай — ГДР-ҙа Хемниц ҡалаһы 1953 йылдан 1990 йылға тиклем «Карл-Маркс-Штадт» булып йөрөй. Берлинда Карл-Маркс-Аллее һәм уның аҫтында шул исемле метро станцияһы бар.

1991 йылдан Маркс исеме бирелгән күп объекттарға элекке исемдәре ҡайтарыла әммә Рәсәйҙә һаман һаҡланған урындар ҙа күп, мәҫәлән, Башҡортостанда, шул иҫәптән, Өфөлә.

Тәүге һәйкәл Пензала асылған (1 май, 1918)[26]. Шуныһы ҡыҙык, совет осоронан һуң да һәйкәлдәр асылғылай. Мәҫәлән, 2003 йылда Карл Марксҡа һәйкәл Калугала ҡуйылған.

  • Игорь Кваша («Год как жизнь» СССР, 1965)
  • Альфред Мюллер (Mohr und die Raben von London, ГДР, 1968)
  • Вернер Крейндт («Фердинанд Лассаль», Ferdinand Lassalle, ФРГ, 1972)
  • Леон Аскин («Meeting of Minds», телесериал, США, 1977)
  • Ли Монтегю («Элеонора Маркс», телесериал, Англия, 1977)
  • Юрген Рейтер («Маркс и Энгельс», «Marx und Engels — Stationen ihres Lebens», телесериал, ГДР, 1978-80)
  • Венцеслав Кисев («Карл Маркс. Молодые годы», СССР-ГДР, 1979)
  • Ив Рифо (Votre enfant m’intéresse, Франция,1981)
  • Терри Джонс («Летающий цирк Монти Пайтона», «Monty Python’s Flying Circus», 1970; Monty Python Live at the Hollywood Bowl, 1982, США)
  • Ульрих фон Бок («Генрих Гейне», Heinrich Heine — Die zweite Vertreibung aus dem Paradies ФРГ, 1983)
  • Мед Хонда («1871», Англия-Франция, 1990)
  • Карло Брандт («Женни Маркс», Jenny Marx, la femme du diable Франция, 1993)
  • Мартин Хайдер («Лекции Марка Стила» «The Mark Steel Lectures», телесериал, Англия, 2003)
  • Роберт Лор («Жизнь Генриха Гейне», Denk ich an Deutschland in der Nacht… Das Leben des Heinrich Heine ФРГ, 2006)
  • Карел Затопек и Оливер Бойзен («Die Deutschen», телесериал, ФРГ, 2010).
  • Андрес Матти («Coвременники», Франция-Швейцария, 2010)
  • Марксизм
  • Великие экономисты до Кейнса
  • Закон народонаселения Маркса
  • Кинофильм «Карл Маркс. Молодые годы»
  • Каутский, Карл
  • Ленин, Владимир Ильич
  • Мао Цзэдун
  • Марксизм-ленинизм
  • Энгельс, Фридрих
  1. 1,0 1,1 «Классовая борьба» в Большой советской энциклопедии
  2. Megill, Allan. Karl Marx: the burden of reason (why Marx rejected politics and the market) 2002, page 72
  3. Интернационал 1-й
  4. Люди. РУ Михаил Александрович Бакунин
  5. Маркс К., Энегельс Ф. Немецкая идеология // Маркс К., Энгельс Ф. Собр. соч., изд. 2, т. 3, c. 36
    Таким образом, это понимание истории заключается в том, чтобы, исходя именно из материального производства непосредственной жизни, рассмотреть действительный процесс производства и понять связанную с данным способом производства и порождённую им форму общения — то есть гражданское общество на его различных ступенях — как основу всей истории; затем необходимо изобразить деятельность гражданского общества в сфере государственной жизни, а также объяснить из него все различные теоретические порождения и формы сознания, религию, философию, мораль и т. д. и т. д., и проследить процесс их возникновения на этой основе, благодаря чему, конечно, можно изобразить весь процесс в целом (а потому также и взаимодействие между его различными сторонами). Это понимание история, в отличие от идеалистического, не разыскивает в каждой эпохе какую-нибудь категорию, а остаётся всё время на почве действительной истории, объясняет не практику из идей, а объясняет идейные образования из материальной практики и в силу этого приходит также к тому результату, что псе формы и продукты сознания могут быть уничтожены не духовной критикой, не растворением их в «самосознании» или превращением их в «привидения», «призраки», «причуды» и т. д., а лишь практическим ниспровержением реальных общественных отношений, из которых произошёл весь этот идеалистический вздор, — что не критика, а революция является движущей силой истории, а также религии, философии и всякой иной теории.
  6. Маркс К., Энегельс Ф. Немецкая идеология // Маркс К., Энгельс Ф.Собр. соч., изд. 2, т. 3, c. 19
    Людей можно отличать от животных по сознанию, по религии — вообще по чему угодно. Сами они начинают отличать себя от животных, как только начинают производить необходимые им средства к жизни, — шаг, который обусловлен их телесной организацией. Производя необходимые им средства к жизни, люди косвенным образом производят и самоё свою материальную жизнь.
  7. Маркс К. Тезисы о Фейербахе // Маркс К., Энгельс Ф.Собр. соч., изд. 2, т. 3, c. 6
    Но сущность человека не есть абстракт, присущий отдельному индивиду. В своей действительности она есть совокупность всех общественных отношений.
  8. Маркс К. К критике политической экономии. Предисловие. // // Маркс К., Энгельс Ф. Собр. соч., изд. 2, т. 13, c. 6-7
    Общий результат, к которому я пришел и который послужил затем руководящей нитью в моих дальнейших исследованиях, может быть кратко сформулирован следующим образом. В общественном производстве своей жизни люди вступают в определенные, необходимые, от их воли не зависящие отношения — производственные отношения, которые соответствуют определенной ступени развития их материальных производительных сил. Совокупность этих производственных отношений составляет экономическую структуру общества, реальный базис, на котором возвышается юридическая и политическая надстройка и которому соответствуют определенные формы общественного сознания. Способ производства материальной жизни обусловливает социальный, политический и духовный процессы жизни вообще. He сознание людей определяет их бытие, а, наоборот, их общественное бытие определяет их сознание. На известной ступени своего развития материальные производительные силы общества приходят в противоречие с существующими производственными отношениями, или — что является только юридическим выражением последних — с отношениями собственности, внутри которых они до сих пор развивались. Из форм развития производительных сил эти отношения превращаются в их оковы. Тогда наступает эпоха социальной революции. С изменением экономической основы более или менее быстро происходит переворот во всей громадной надстройке. При рассмотрении таких переворотов необходимо всегда отличать материальный, с естественно-научной точностью констатируемый переворот в экономических условиях производства — от юридических, политических, религиозных, художественных или философских, короче — от идеологических форм, в которых люди осознают этот конфликт и борются за его разрешение. Как об отдельном человеке нельзя судить на основании того, что сам он о себе думает, точно так же нельзя судить о подобной эпохе переворота по её сознанию. Наоборот, это сознание надо объяснить из противоречий материальной жизни, из существующего конфликта между общественными производительными силами и производственными отношениями. Ни одна общественная формация не погибает раньше, чем разовьются все производительные силы, для которых она дает достаточно простора, и новые более высокие производственные отношения никогда не появляются раньше, чем созреют материальные условия их существования в недрах самого старого общества. Поэтому человечество ставит себе всегда только такие задачи, которые оно может разрешить, так как при ближайшем рассмотрении всегда оказывается, что сама задача возникает лишь тогда, когда материальные условия её решения уже имеются налицо, или, по крайней мере, находятся в процессе становления.
  9. Маркс К. Капитал. Послесловие ко второму изданию // Собр. соч., изд. 2, т. 23, c. 21
    Мой диалектический метод по своей основе не только отличен от гегелевского, но является его прямой противоположностью. Для Гегеля процесс мышления, который он превращает даже под именем идеи в самостоятельный субъект, есть демиург действительного, которое составляет лишь его внешнее проявление. У меня же, наоборот, идеальное есть не что иное, как материальное, пересаженное в человеческую голову и преобразованное в ней.
  10. Маркс К. Введение (из экономических рукописей 1857—1858 годов) // Маркс К., Энгельс Ф.Собр. соч., изд. 2, т. 12, c. 727
    Конкретное потому конкретно, что оно есть синтез многих определений, следовательно, единство многообразного. В мышлении оно поэтому выступает как процесс синтеза, как результат, а не как исходный пункт, хотя оно представляет собой действительный исходный пункт и, вследствие этого, также исходный пункт созерцания и представления. На первом пути полное представление испаряется до степени абстрактного определения, на втором пути абстрактные определения ведут к воспроизведению конкретного посредством мышления.
  11. Энгельс Ф. Анти-Дюринг // Маркс К., Энгельс Ф.Собр. соч., изд. 2, т. 20, c. 22
    Для диалектики же, для которой существенно то, что она берет вещи и их умственные отражения в их взаимной связи, в их сцеплении, в их движении, в их возникновении и исчезновении.
  12. Энгельс Ф. Материалы к Анти-Дюрину // Маркс К., Энгельс Ф.Собр. соч., изд. 2, т. 20, c. 66
    При всей постепенности, переход от одной формы движения к другой всегда остается скачком, решающим поворотом.
  13. Энгельс Ф. Материалы к Анти-Дюрингу // Маркс К., Энгельс Ф.Собр. соч., изд. 2, т. 20, c. 640
    Истинное — естественное, историческое и диалектическое — отрицание как раз и есть (рассматриваемое со стороны формы) движущее начало всякого развития: разделение на противоположности, их борьба и разрешение, причем (в истории отчасти, в мышлении вполне) на основе приобретенного опыта вновь достигается первоначальный исходный пункт, но на более высокой ступени.
  14. Маркс К. Экономическо-философские рукописи 1844 года // Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений, c. 566
    Практическое созидание предметного мира, переработка неорганической природы есть самоутверждение человека как сознательного родового существа, то есть такого существа, которое относится к роду как к своей собственной сущности, или к самому себе как к родовому существу.
  15. Маркс К. Экономическо-философские рукописи 1844 года // Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений, c. 566
    Предмет труда есть поэтому опредмечивание родовой жизни человека: человек удваивает себя уже не только интеллектуально, как это имеет место в сознании, но и реально, деятельно, и созерцает самого себя в созданном им мире
  16. Маркс К. Тезисы о Фейербахе // Маркс К., Энгельс Ф.Собр. соч., изд. 2, т. 3, c. 2
    Материалистическое учение о том, что люди суть продукты обстоятельств и воспитания, что, следовательно, изменившиеся люди суть продукты иных обстоятельств и измененного воспитания,- это учение забывает, что обстоятельства изменяются именно людьми и что воспитатель сам должен быть воспитан. Оно неизбежно поэтому приходит к тому, что делит общество на две части, одна из которых возвышается над обществом (например, у Роберта Оуэна). Совпадение изменения обстоятельств и человеческой деятельности может рассматриваться и быть рационально понято только как революционная практика.
  17. Маркс К. Экономическо-философские рукописи 1844 года // Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений, c. 563
    ...в своем труде не утверждает себя, а отрицает, чувствует себя не счастливым, а несчастным, не развивает свободно свою физическую и духовную энергию, а изнуряет свою физическую природу и разрушает свой дух.
  18. Маркс К. Экономическо-философские рукописи 1844 года // Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений, c. 564
    ...отношение рабочего к его собственной деятельности как к чему-то чуждому, ему не принадлежащему. Деятельность выступает здесь как страдание, сила — как бессилие, зачатие — как оскопление, собственная физическая и духовная энергия рабочего, его личная жизнь (ибо что такое жизнь, если она не есть деятельность?) — как повернутая против него самого, от него не зависящая, ему не принадлежащая деятельность
  19. Маркс К. Экономическо-философские рукописи 1844 года // Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений, c. 561
    .Был факт бары тик бер нәмәне күрһәтә: хеҙмәт менә етештерелгән предмет, хеҙмәт продукты хеҙмәттең үҙенә ҡаршы ҡуйыла, ул етештереүсегә бөтөнләй бәйле булмаған көс кеүек. Хеҙмәт продукты ул ниндәйҙер әйберҙә нығынып урын алған хеҙмәттең үҙе, хеҙмәт был әйберҙә үҙе әйбергә әйләнә һәм был, дөйөм алғанда, хеҙмәттең әйберләнеүе. Хеҙмәт һалыу — уның әйбергә әйләнеүе була ла инде. Сәйәси экономия ҡараған шарттарҙа хеҙмәт һалыу уның предметҡа әйләнеүенә алып килә һәм эшсене ысынбарлыҡтан ситкә этәрә
  20. Маркс К. Экономическо-философские рукописи 1844 года // Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений, c. 526
    ...усиливается конкуренция среди рабочих, и следовательно снижается их цена
  21. Маркс К. Экономическо-философские рукописи 1844 года // Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений, c. 567
    Непосредственным следствием того, что человек отчужден от продукта своего труда, от своей жизнедеятельности, от своей родовой сущности, является отчуждение человека от человека
  22. Неизвестный Карл Маркс в исполнении Жака Аттали — 2 — Личность в культуре — Правда. Ру
  23. BBC news. Marx the millennium’s 'greatest thinker'
  24. Громский А. Ху из мистер Маркс?(недоступная ссылка)
  25. Marx’s ‘Illegitimate Son’ …or Gresham’s Law in the World of Scholarship by Terrel Carver 2011 йыл 1 июль архивланған.
  26. Документы и материалы по истории советско-чехословацких отношений. М., 1973. С.70.


Өҙөмтә хатаһы: "уточ." төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="уточ."/> тамғаһы табылманы

  翻译: